Jump to content

Көнсөлдәр. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Көнсөлдәр. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 23.04.2014. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Кеше шатлығына шатланырға
Бәләкәйҙән әсәй өйрәтте:
“Көнсөл кешеләргә, балаҡайым,
Дошман кәрәк түгел!”- тип әйтте.

Бер кемгә лә дошман кәрәк түгел!
Көнсөлдәргә ниңә айырым
Дошман кәрәк түгел икәнлеген
Йәшәй-йәшәй үҙем аңланым.

…Кеше һөйөнөсө көнсөлдәргә
Тамағына торған һөйәктәй:
Яңы күлдәкме ул, шат хәбәрме –
Көнләшеүгә күп тә кәрәкмәй.

Уның өлөшөнә ингәнме ни –
Тынғы бирмәй кеше бәхете,
Башҡаларҙың шатлыҡ-һөйөнөсө,
Әйтерһең дә, уның ләхете.

Көнсөл кеше үҙен-үҙе ашай,
Бөтә сирҙең башы – көнсөллөк,
Күңелеңдә ошо ҡорт йәшәһә,
Ҡартайыуға сәбәп көн элек.

Йәлләйем мин ошо бахырҙарҙы:
Көнсөллөк бит – үҙе яман сир,
Яман сирҙән йүнәлергә мөмкин –
Көнсөллөктән дауа берәү – гүр.

Көнсөлдәргә йылмайыуым – ағыу,
Яңы күлдәк кейһәм – йәрәхәт,
Бахырҙарға ярты үлем инде
Тормошомда булһа бәрәкәт…

Көнсөлдәргә дошман кәрәк түгел,
Иң ҙур дошман йәшәй үҙендә.
Оя ҡороп ҡуймаһындар берүк
Ошо ҡорттар һеҙҙең күңелдә.

Тормош үҙе ҡат-ҡат иҫбат итә:
Хаҡлы булған икән әсәйем.
Кеше шатлығына осоп-ҡунып
Ғүмер буйы рәхәт йәшәйем.