Jump to content

Кәкүк сәйе(хикәйә). Таңһылыу Ҡарамышева

From Wikisource
Кәкүк сәйе ( хикәйә )
автор Таңһылыу Ҡарамышева
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Кәкүк сәйе


 Таң атып, ҡояш тау башына еткәс, Таңдысаны әсәһе арҡаһынан һөйөп уятты,
— Тор, ҡолонсағым. Барса донъя йоҡонан уянып бөттө инде. Ана кәкүк тә саҡыра...
— Кемде саҡыра? Ҡайҙа саҡыра?
— Таңдысаны «кәкүк сәйе» эсергә алып килегеҙ, ти.
— Бәй, кәкүк тә сәй ҡайната беләме ни? Ә уның самауыры бармы?
Таңдыса, әсәһенә һорауҙар яуҙыра-яуҙыра, тиҙ генә кейенде лә:
— Әсәй, сәйҙе кәкүк ҡайҙа эсерә?-— тип һораны.
— Тауҙа, ҡыҙым. Йәшел үләндәр түшәлгән, ебәк шәлле ҡайындарҙың һәр ботағы һайын ҡоштар һайрап ултырған сәхрәлә.
— Әсәй, кәкүк сәй эсергә беҙҙе генә саҡырамы?
— Юҡ, ҡыҙым. Кәкүк шулай һәр йыл һайын йәй башында, ер-һыу һурыҡҡас, ауылыбыҙҙың бөтә инәйҙәрен, апайҙарын, барса ҡыҙ-ҡырҡынын тәбиғәттең иң гүзәл бер урынына сәй эсергә йыйып ала.
— Ә малайҙарҙы, атайҙарҙы, олатайҙарҙы?
— Уларҙы саҡырмай шул. Кәкүк бына һинең кеүек матурҡай ҡыҙҙарҙы ярата.
— Һе, ҡыҙыҡ икән. Моғайын, ул ҡыҙҙарҙы, инәйҙәрҙе тәтәй күлдәктәре, төҫлө таҫмалары, уҡалары, бөрөлгән япма-япма итәктәре, көмөш тәңкәле ҡашмауҙары, сәсмәүҙәре, камзулдары өсөн яраталыр...
Таңдыса, тауға яҡынлашҡас, әсәһен дә көтөп тормай, сөкөрләшеп һөйләшеп, йырлашып, ҡумыҙ сиртеп ултырған апайҙар, инәйҙәр эргәһенә йүгерҙе.
— Кәкүк сәйе тәмле булһын! Миңә лә эсерегеҙ әле!
— Ай әттәгенәһе, кәкүк сәйен беҙ һин йоҡлағанда эсеп бөттөк бит әле,— тип шаяртты бер инәй. Үҙе Таңдысаның алдына оло сынаяҡ сәй яһап ултыртты, тәм-том ҡуйҙы.
— Юҡ, миңә кәкүк сәйе кәрәк!— тип иламһыраны Таңдыса.
— Таңдыса, был бит «Кәкүк сәйе» тип аталған байрам. Бәләкәс кенә ҡош нисек итеп һиңә самауыр ҡайнатһын?!— тип йыуатты табын янына килеп еткән әсәһе.— Йәһәт кенә сәйеңде эс тә әхирәттәрең менән уйынға төш.
Шул саҡ яҡында ғына өҙҙөрөп кәкүк саҡыра башланы. Өлкәндәр, тын ҡалып, уның ҡысҡырғанын һананы.
— Таңдыса, ана, кәкүк һиңә ғүмер юрай,-— тиеште улар, йылмайышып.— Әйҙә, бергәләп һанайыҡ әле: бер, ике, өс, дүрт, биш...
Кәкүк саҡырҙы ла саҡырҙы. Әллә кәкүк Таңдысаны матурлыҡҡа һоҡланырға, тәбиғәтте яратырға саҡырамы икән? Кә-күк, кә-күк!


1996 йыл