100%

Кәзә малайы Текетек мажаралары. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search




автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 1982-2010. Нәшер ителгән: 16.06.10. Сығанаҡ: Машина ниңә "дүрт-дүрт", ти? - Өфө,Китап, 2010



Бүрене еңгән бәрәс



Кәзә малайы Текетек

Кәзә ханым ҡыуана,
Малайына йыуана,
Улыҡайы ут кеүек,
Сабып китә туп кеүек,
Күл буйына,
Теке-тек,
Көн буйына
Теке-тек,
Исеме лә шуға
Те-
ке-
тек,
Текетек.


Текетек ҡунаҡҡа бара

Тәкәрлек-мөкәрлек,

Мөгөҙөңдө сығарлыҡ.

(Ҡусҡарҙы үсекләү)

Тәкә китте теке-теке
Ҡунаҡҡа, ҡунаҡҡа,
Ҡайҙан тәмле еҫтәр килә
Шул яҡҡа, шул яҡҡа.
Тәгәрмәстәй бынау өйҙә
Кем икән, кем икән,
Өйҙә микән, түгел микән,
Ме икән, ме-е-е икән?
Серекәйҙәр серелдәшә:
- Сер ҙә сер, сер ҙә сер,
Һин өйөнә кереп ҡара,
Кер ҙә кер, кер ҙә кер.
Май ҡуңыҙы килеп етә:
Ғыж да ғыж, ғыж да ғыж,
Хужаһыҙ өйгә кем инә,
Һыҙ ҙа һыҙ, һыҙ ҙа һыҙ.
Тәгәрмәстәй өйҙән сыға
Тәкәрлек-мөкәрлек,
Мөгөҙҙәрен һелтәп ҡуя
Тәкәббер, тәкәббер.
Ҡурҡты тәкә:
-Ҡусҡар ағай,
Инмәйем, инмәйем,
Һиңә бүтән ҡунаҡ булып
Килмәйем, килмәйем.


Тәкә һәм Тартай

Килә Тәкәбеҙ ҡайтып
Мыш-мыш томшоғон тартып,
Уға Тартай тап булды,
Тартай быға шат булды.
Тәмәкеһен көйрәтеп,
Тартай уға өйрәтте:
- Тәмәке тарт,
ҡайғынан, пыф-ф,
Ярҙам итә
 ҡайһылай, пыф-ф.
- Юҡ-юҡ, туған,
Бер ай тула,
Үлде күршенең аты
Тик бер тәмәке тартып.
Тәкә ҡайтып китте,
Тартай тартып бөттө,
Йығылды,
Ҡарағыҙ,
Тартайҙы
ҡот-
ҡа-
ры-
ғы-ы-ыҙ!


Доктор Турғай һәм Тартай

Күп көттөрөп тормай
Килде доктор Турғай.
Тәпәйен йыуҙы,
Градусник ҡуйҙы,
Бүлмәне елләтте,
Нишатыр еҫкәтте.
Асты Тартай күҙен,
Әйтте тәүге һүҙен:
- Тартмайым бүтәнсә,
Тартмайым үлгәнсә.
Һаҙлыҡта ҡысҡыра:
- Тартмам, тартмам,
Һаман да ҡысҡыра:
- Тартмам, тартмам!
Ишетәһеңме?


Текетек ауырый

Тәкә китте ауырып
Ауырта, ти, бауырым.
Әсәһе - Кәзә ханым -
Улҡайын ҡуйҙы һалып
Иң түргә,
Йүгерә
Өлтөрәп,
Тегеһен
Килтерә,
Быныһын
Килтерә.
Йәлләй Кәзә малайын,
Тотоп ҡарай маңлайын:
Тиҙҙән доктор килер, ти,
Сиркәйеңде белер, ти,
Дарыу-маҙар эсерербеҙ,
Уколы ла шифалы,
Хәҙер терелеп китерһең
Дауаһынан көс алып.
Текетек үрә һикерә
Ҡармаҡтағы балыҡтай:
 - Әсәй,-ти,- мин һауыҡтым бит,
Бер ерем дә ауыртмай!


Ваҡ малдар баҡсаһында

Беҙҙең тәкә, теке-теке,
Атдамай, оса ғына-
Тәүге тапҡыр китеп бара
Ваҡ малдар баҡсаһына.
Һәүкәш Ҡобаүгеҙовна
Йылмайып ҡаршыланы,
Әсәһен оҙатып бәрәс
Тояҡтарын болғаны.
Бик рәхәт икән бында -
Ваҡ малдар баҡсаһында.
Танышып алыр әле,
Дуҫ-иштәр табыр әле,
Иҫе лә китмәҫ
Ҡусҡарға,
Ҡунаҡҡа йөрөр
Дуҫтарға!


Танышыу

Был баҡсаға йөрөй икән
Игеҙәк ике ҡолон:
-Иһа-һа-а-ай, - ти ҙә илайҙар,-
Бирегеҙ беҙгә һоло.
Һыйыр балаһы -быҙау бар,
Сығып килә мөгөҙө,
Ҡараҡай икән исеме,
Ҡараҡай икән үҙе.
Бар сыбар көсөк-
Барыһынан көслө,
Баҡыраҡ һарыҡ -
Тамағы ярыҡ,
Сипылдаҡ себеш -
Селәүсен тибеш,
Бәләкәй күркә -
Бигерәк өркәк,
Пипелдәк ҡаҙ,
Кескәй бесәй,
Бер өйрәк бар тағы ла.
Текетеккә оҙаҡламай
Иптәштәр ҙә табыла.


Ҡырға сыҡҡас

Иртәнге ашты ашағас
Ҡырға алып сыҡтылар.
Ҡолондар ҙа, тамаҡ туйғас,
Ҡойроҡ сәнсеп саптылар.
Ә һуңынан теҙелешеп
Яр буйына яттылар.
Кемдер маҡтана башланы,
Һүҙҙәрен дә таптылар.
Һарыҡ бәрәсе маҡтанды:
Мин үҫкәс күп йөн бирәм,
Меринос тоҡомонан мин,
Минең кеүектәр һирәк!
Игеҙәк ҡолонҡайҙар ҙа
Бик шәп булмаҡтар икән,
Үҫкәс, иң шәп юртаҡтарҙы
Сабып уҙмаҡтар икән.
Тауыҡтар йомортҡа һала,
Мамыҡ бирә ҡаҙ-өйрәк,
Ә һыйыр һөткә туйҙыра
Һәм хөрмәтле һәр өйҙә.
Һәр береһе үҙен генә
Маҡтаны ла маҡтаны,
Тик бесәй балаһы ғына
Маҡтаныр һүҙ тапманы.
-Һөнәрегеҙ яҡшы, -тине,-
Һеҙҙең менән килештек,
Тик танау сөйөү кәрәкме
Эшләмәйсә шул эште?
Кешнәне ҡолон-малай,
Тешләргә лә самалай:
-Бесәйҙәр,-ти,- ит тә бирмәй,
Һөт тә бирмәй, мамыҡ та,
Үҫеп еткәс, муйынына
Кейҙермәйҙәр ҡамыт та.
Кескәй бесәй ,мыяу-мыяу,
Ҡасты, йәшен ҡоя-ҡоя,
Берәйһе яҡлашһасы!


Сысҡан

Көтмәгәндә бер Сысҡан
Тишектән килеп сыҡҡан,
Быҙауҙы бәреп йыҡҡан,
Ҡолон-малайға һуҡҡан,
Уйынсыҡ тубын йотҡан -
Бөтәһе лә ҡурҡыштан
Бер мөйөшкә һырыҡҡан.
Шул саҡ,
Мыяу,
Бул һаҡ,
Уяу,
Йүгереп килеп етмәһенме
Теге бесәй балаһы,
Ә Сысҡанға,
Ә Сысҡанға
Хәҙер ҡайҙа бараһы?
Мыяулауҙы ишеткәс
Инеп ҡасҡан тишеккә.
Оялғандар иптәштәре
Батыр бесәй алдында,
Тик Мыраубай кәпәренмәй,
Ғәфү итә бар(ы)һын да.
Ә Текетек Мыраубайҙы
Яҡлашмауға үкенде:
-Маһаймам, -тине, - бер ҡасан,
Рәнйеттермәм бер кемде!

Табында кем матур?

Төшкө ашҡа йыйылдылар
Арып-талсығып,
Убыр Өйрәк эләктерә
Тәмле, танһығын,
Ә суҡышы ҡатҡан,
Тәпәйҙәре - батҡаҡ.
Һәүкәш Ҡобаүгеҙовна
Уны саҡырып алды:
- Иң тәүҙә, - ти,-йыуынып ал,
Бына - һыу, бына - һабын.
Йыуынып бөткәс,
Табын башлана:
Көсөк ырылдап
Иткә ташлана,
Ул шөрпөлдәү,
Ул шапылдау,
Ул сәпелдәү,
Ул ләпелдәү -
Гөрләй ашхана.
Ә Текетек ипле генә
Алды икмәген,
Ҡалдырмаҫҡа тырышты ул
Артыҡ тешләмен.
Йәмһеҙ тауыштар сығармай,
Ашай бик бөхтә,
Ашыҡмай ҙа,
Түкмәй - сәсмәй:
Бысранмай өҫтө,
Бысранмай өҫтәл.
Иң тәмлеһен, ҙурын һайлап
Һонолмай йыраҡ.
Аш янында һәммәһенән
Ул матурыраҡ.
Шулай бит?


Белем-ғилем йыйыусы

Көн дә бик күп нәмә белде
Бәрәс-малай баҡсала:
Уң-һул, тар-киң, ҙур-бәләкәй,
Нимә ул ауыл, ҡала.
Йылға, тау, хатта яландар
Була икән исемле,
Атамаһы бар урмандың,
Исеме бар кисеүҙең.
Атамаһы бар миҙгелдең -
Ҡыш, яҙ, йәй һәм көҙ мәле.
Әле күпме беләһе бар -
Уйлаһаң, иҫ китмәле!

Йоҡо сәғәте

Тапҡандар инде бер һөнәр,
Имеш, йоҡо сәғәте.
Был ваҡытта сабып йөрөү -
Текетектең ғәҙәте.
Шуға һөйләнеп тик ята:
-Йоҡланы,ти, көтөп тор,
Минең эсемдә - мотор,
Ул туҡтамай,
Ул йоҡламай,
Йөрөтә шатыр-шотор.
Һәүкәш апай балаларға
Бишек йыры йырланы:
Быҙау мышнап йоҡлап китте,
Бесәй иркә мырланы,
Сор-сор килде төштәр күреп
Йомшаҡ һары себештәр,
Текетеккә ҡарайыҡсы,
Ул хәҙер нимә эшләр?
Аһ, киҫекһеҙ Текетек,
Сығып ҡасҡан йылт итеп.
* * *
Текетек әсәһен эҙләп
Көтөүҙе барып тапты,
Әммә Көтөүсене күреп
Урманға тороп сапты.


Ҡап ҡорһаҡ көтөүсе ағай

Көтөүсе ағай
Бик уҫал ҡарай,
Малдар бикләнде,
Ябылды һарай.
Текетек кенә
Йәшенеп ҡалды,
Кәртә ситенән
Уға күҙ һалды.
Көтөүсе ағай
Эскәтер йәйҙе,
Телде икмәген,
Ҡайнатты сәйҙе.
Шунан, әй, шунан
Сығарҙы һуған,
Ун биш йомортҡа,
Өймә ойотҡан,
Киҫәк-киҫәк ит,
Бер биҙ(е)рә һөт,
Әжекәйҙәрен,
Тәмлекәйҙәрен,
Муйыл майҙарын,
Сейә майҙарын,
Һөйәк кимерҙе,
Һурпа һемерҙе,
«Һуҡты» ҡоротто,
Эремсек йотто,
Шәкәр яланы,
Ҡаймаҡ ялманы -
Тиҙҙән табында
Бер ни ҡалманы.
Бахыр тәкә ҡалтыранды,
Дер-дер-дер,
Мине күреп ҡалмаһын, тип,
Бер-бер-бер,
Ярай бесән ашамай, ти,
Кешеләр,
Астан үлер ине минең
Ишеләр.


Ҡурҡыныс сәфәр

Барма, Текетек, урманға,
Йөрөмә инде, зинһар.
Ҡаршыңа тешен ыржайтып
Бүреләр сығыуы бар.
Тәкә, тәкә, тыңлауһыҙ,
Барыбер китте яңғыҙ.
Имештер, ул бик батыр,
Бүрене һөҙөп атыр.
Туҡыр-туҡыр,
Текер-текер
Китеп бара Текетек,
Һандуғастар сут-сут килә
Йөрәккәйен елкетеп,
Күбәләктәр - илгәҙәктәр
Юл күрһәтеп баралар,
Текетектең ауыҙына
Еләк йыйып һалалар.
Ана, шишмә йырлап ята
Ҡыуаҡлыҡтың ҡырында,
Була торғаны бар ине
Бүре шундай урында!
Эй Текетек, Текетек,
Аңһыҙ, моңһоҙ Текетек,
Белмәйһең шул,
Урманда
Оҫта хәйлә ҡорғандар.
Шыҡыр-шыҡыр Һайыҫҡан
Ҡыуаҡ артына боҫҡан,
Хәҙер осоп китер ул,
Хужаһына -
Күк Бүрегә -
Барып хәбәр итер ул.


Һайыҫҡандың Бүрегә ошағы

Һүҙ тоҡсайы Һайыҫҡан
Башын ишеккә тыҡҡан,
Шыҡыр-шыҡыр шыҡырлай,
Хәбәрҙәрен тыҡырлай:
- Бүрекәйем, оҙон теш,
Мейес башында ятма, төш!
Урманды беҙҙең талай
Бер малай - арты ҡалай:
Күкрәген киреп алған,
Кәпәсен ҡырын һалған.
Бүре торҙо
Һикереп,
Өңдән сыҡты
Үкереп:
- Ыр-р-р,
Ыр-р-р,
Йыраҡ тор-р-р!
Юлың бор-р-р!
Ел йүгерҙе йән-фарман
Меҫкен тәкәгә табан:
-Сеү, Текетек,
Туҡта инде,
Борол инде кирегә,
Саҡ ҡына ары атлаһаң
Юлығаң бит Бүрегә.
Текетекме
Бирешкән,
Ул бит көслө -
Һөҙөшкәк!
Бүре килә,
У-у-у,
Бүре килә,
А-а-а,
Бар донъяға шом һала.
Һөҙөргә әҙерләнгән була
Текетек - ҡыйыу малай,
Ташланды Бүре тәкәгә,
Ҡарап торғас бер талай.
Кәзә тәкәһеме инде
Бүрене еңә ала,
Бер һелтәүҙә йыртҡыс уны
Ҡабырғаһына һала.
Һәммә урман тын ҡала:
- Нимә булыр,
Уф Алла!


Бүре өңөндә

Текетек иҫенә килде
Дөм ҡара төндә,
Ята икән ер аҫтында,
Тәрәндә - өңдә.
Бүре көсөктәре йоҡлай
Эргәлә генә,
Нисек бында эләккән ул?
Бына һиңә, мә!
Шым ғына сығып тайырға
Уйланы тәкә,
Әммә юлында осраны
Үткеһеҙ кәртә.
Таң атҡанса йоҡламаны
Меҫкен Текетек,
Ҡурҡышынан ҡалтыранды
Үлемен көтөп.


Таңда

Уянды Бүре.
Тәкәне күреп
Кирелеп алды,
Шунан һүҙ һалды:
- Ҡурҡма, ҡурҡма,
теймәйем,
Э-э-э,
исемеңде белмәйем...
- Текетек.
-Фамилияң!
- Тәкәев.
- Атайың кем!
- Тәкә-бей.
Яуаптарҙы оҡшатты,
Бүре тауышын йомшартты:
- Ахыры, һиңә баҡсала
Шәп биргәндәр белемде,
Малайҙарыма ла өйрәт
Үҙең алған ғилемде -
Рәсем яһат,
Уҡыт, яҙҙыр,
Өйрәт шиғыр,
Йыр һәм һан,
Иң ахырҙа Өкө апай
Алыр һеҙҙән имтихан.
«Бишле» ҡуйһа -
Ҡотолорһоң,
«Дүртле» ҡуйһа -
Йотолорһоң!


Имтихан

Имтихан бирә көсөктәр,
Тәкәбеҙ мөйөшкә боҫҡан,
«Дүртле» алып ҡуйырҙар тип
Меҫкенкәйҙең ҡото осҡан.
Өкө апай шарф күрһәтә,
Көсөк әйтә: «Дүртмөйөш, -ти,-
Яулыҡ -квадрат, ә косынка,
Ҡыя яулыҡ - өсмөйөш», -ти.
«Нимә була быйма, итек,
Кеда, туфли һәм ҡаталар!»
Яуап бер: «Аяҡ кейеме -
Улар шулай тип атала».
Күккә сөйә башын Бүре,
Һай шәп тә һуң уландары,
Ошондай шәп уландарға
Көнләшерҙәр туғандары.
Бик ҡәнәғәт Өкө апай -
Һәр бер көсөк «бишле» ала,
Әммә Бүре Текетекте
Өңгә кире илтеп һала.
Уландарына бышылдай:
-Уны һаҡлап торғоҙ, -ти,-
Мин ҡунаҡтар йыйып киләм,
Кискә табын ҡороғоҙ, - ти,-
Текетекте ҡурығыҙ, -ти.


Хушлашыу

Бүре китә.
Көсөктәре
Сый-сый итә,
Шың-шың итә,
Текетектең йөрәккәйе
Табанына төшөп китә.
Ҡапыл ишек асыла ла
Килеп инә Оло көсөк:
-Текетек Тәкәбеич,-ти,-
Рәхмәт һиңә ғилем өсөн.
Өйрәттең һин күп нәмәгә,
Иң ҡиммәте - игелеккә,
Яуызлыҡ эшләй алмайбыҙ
Яуап итеп изгелеккә.
Оҙаттылар Текетекте
Бүренең шәп уландары...
Ҡурҙыҡтан ҡоро ҡалдылар
Кискә килгән туғандары.


1 сентябрь көнө

Ана килә бер егет
Атлас күлдәген кейеп,
Тәкә шулай үҫкән бит,
Ете тулып киткән бит,
Һа-һа!
Портфелен тотоп алған,
Кәпәсен ҡырын һалған,
Һа-һа!
Белемдә - көс икәнен
Текетек инде белә,
Шуға күрә мәктәпкә
Беренсе булып елә:
Беләкле берәүҙе еңә,
Белемле - меңде еңә.
 


1982-2010