Күңел нуры. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Күңел нуры



Ни төҫтәргә инмәй ерҙә кеше -
Аҡтар булып бер яҡ атыша,
Ҡыҙылдары сыға әләм тотоп,
Алһыу - зәңгәр булып һаташа.
Йәшелдәре ҡурсый тәбиғәтте ,
Һыу һаҡларға сыға күктәре,
Төҫ һайлаған бәндәләргә ҡарап
Төҫһөҙләнеп йөрөй күптәре.
Ҡара тупраҡ беҙҙе яралтҡан да,
Оҙатып йөрөй һәр саҡ ҡара төҫ,
Ниндәй төҫкә инеп ҡарамайыҡ -
Тигеҙләй ҙә ҡуя ҡара төн.
Ҡараңғыла барыһы бер сама,
Ҡыҙыл ни һин, аҡ ни - юҡ һаны,
Әммә тош-тош нурҙар һибеп тора
Күңелендә шәме булғаны.
Яҡтылыҡта яҡты күренмәй ҙә,
Төрлө төҫтәр ҡайнай - бутала,
Нурлыларҙың шәме айһыҙ төндә,
Ҡараңғыла икән ут ала.


2015