Jump to content

Күңелемдең бишеге бар

From Wikisource
Күңелемдең бишеге бар (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (57-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Күңелемдең бишеге бар


Күңелемдең бишеге бар –
Унда өмөт, хыял мышнай.
Йәшәйем мин яҙҙан йәйгә,
Йәйҙән көҙгә,
Көҙҙән ҡышҡа…
Түҙәйем, тим,
Үҙгәрһен, тим,
Был донъяның бер бәндәһе,
Яуызлыҡтан яҡшылыҡҡа,
Ауыҙлыҡлап бар хәйләһен.
Тик изгелек ҡалһын, тием,
Мин үҙем дә үҙгәрәйем,
Бер нур артһын донъялыҡта –
Сабырлыҡҡа күҙ терәйем.
Гел зар сыҡһа өнөбөҙҙән
Ҡарайыр бит аҡ көнөбөҙ,
Илебеҙҙең киләсәге
Ул беҙ бит ул,
Ул – үҙебеҙ!
Йәшәү – тамуҡ, ябыҡ булһа
Изгелегең ишектәре,
Яҡты өмөт тулатмаһа
Күңелеңдең бишектәрен.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.