Jump to content

Күҙлек(хикәйә). Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Күҙлек (хикәйә )
автор Гүзәл Ситдиҡова
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Күҙлек


 Бер көндө Ғәзизә олатаһы, өләсәһе һәм туғандары менән еләккә барҙы. Тултырмышҡа тип сынаяҡ алды.
Машина менән бейек тауҙың башына тиерлек менеп еттеләр. Ғәзизәгә олатаһы менән машина тирәһендәрәк йөрөргә ҡушылды. Олатаһы күҙлеген өйҙә онотоп ҡалдырған икән, еләкте күрмәй ҙә ҡуя.
Себен-серәкәй бик яман икән урманда. Ғәзизә түҙҙе-түҙҙе лә илап ебәрҙе:
— Олатай, себендәр мине ҡыйырһыта-а!..
Олатаһы себендәргә бик асыуланды, Ғәзизәгә салбар, оҙон еңле ҡалын футболка кейҙерҙе. Шунан ғына бер аҙ тындылар теге яуыздар.
Һауыттарын тултырып, тауҙан туғандары төштө. Олатайҙың еләкте аҙ йыйғанын күреп көлөштөләр. Ғәзизәгә олатаһы йәл булып китте, йүгереп йөрөп сынаяғына еләк йыя башланы. Тултыра ла уның кәрзиненә һала, тултыра ла һала.
Туғандары икенсе менгәндә тауҙа бик еләкле урынға осрамағандар, ахыры, һауыттарын тултыра алмай килделәр. Ә Ғәзизә менән олатаһы ике кәрзин йыйып та ҡуйғайнылар.
— Күҙлегемде оноттом, тигәйнең, еҙнә, ана күпме еләк йыйғанһың, — тиештеләр балдыҙҙары.
— Минең тағы шәберәк күҙлегем бар бит, еләкте хатта үҙе йыйып бирә, — тип олатаһы ейәнсәрен ту-пылдатып һөйөп ҡуйҙы.

 


1988 йыл