100%

Күршеләр. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Күршеләр
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2010. Нәшер ителгән: 16.06.10. Сығанаҡ: Машина ниңә "дүрт-дүрт", ти? - Өфө,Китап, 2010 • Әкиәт


Бейек-бейек ағастар аша ҡояш һирәк кенә ҡараған урман төпкөлөндә ғәләмәт йыуан имән үҫкән. Имән шул тиклем ҡарт булған, өҫкә ҡалҡып сыҡҡан тамырҙары үҙҙәре ағас йыуанлыҡ булып, ишелеп-ишелеп ятҡан, ти.

Бер яғындағы тамырҙарын ҡырмыҫҡа төйәк иткән, күбә ҙурлыҡ оя яһап ҡуйған. Икенсе яғына бурһыҡ өң тишкән. Олонондағы ҡыуышҡа өкө эйәләшкән, ә ботағына һағыҙаҡтар һорғолт шар элеп ҡуйған. Шар тигәс тә, балалар уйнай торған түгел, ә ошо бөжәктәр йәшәй торған, үҙҙәре һылап-һыйпап эшләгән ятаҡ ул. Яңылыш ҡына ҡағылһаң да, ҡайҙа инер ер тапмаҫһың. Һай уҫал бит ул һағыҙаҡтар! Саға башлаһалар теге!

Күршеләр бер-береһенә һис зыян итмәй генә көн күргән. Ҡырмыҫҡалар көн-төн үлән бете, ҡарышлауыҡ ташый, ямғыр үтһә, йә айыу тапап китһә, йорттарын ипләй, үҙҙәренән ҙур йөк күтәреп, уңлы-һуллы йыбырлап саба бирә.

Бурһыҡ та сысҡан тота, селәүсен ҡаҙып ашай, имән сәтләүеге йыя. Ҡырмыҫҡала эше лә юҡ.

Һағыҙаҡ та саҡмай береһен дә. Кемде саҡһын инде – ҡырмыҫҡа унан бәләкәй, зыяны ла теймәй. Бурһыҡты ҡайһы саҡ сағып алғыһы килә лә, тик йөнө оҙон. Араһына инеп сырмалдыңмы – бөттөң инде. Өкөнән шөрләңгерәй һағыҙаҡ. Суҡып йотоуы ла бар. Тик көндөҙ был ҡош күрмәй, ә төнөн һағыҙаҡ йоҡлай. Өкө төнөн уяна ла сысҡан ауларға сыға. Үҙе “ух” та “ух” килә. Ярай был ваҡытта йоҡлай әле һағыҙаҡ, юғиһә, ҡурҡышынан йөрәге ярылыр ине.

Бурһыҡтың Аҡанай менән Күкәнәй тигән ике улы бар ине, ти. Икеһе лә шаяндар, тыңлауһыҙҙар. Таң атыуға өңдәренән ялт итеп килеп сығалар ҙа тотоналар көрмәкләшергә, сыйылдашырға.Әсәләре елкәләренән тешләп, кире өңгә төшөрә, былар күп тә үтмәй, тағы килеп сыға. Ҡурҡа белмәйҙәр, сөнки ошоғаса уларға һис кем тейгәне юҡ.

- Их, балалар, эләгәһегеҙ инде берәй йыртҡыс ҡош йә януар ауыҙына ошо киҫекһеҙлегегеҙ менән, - тип һуҡранып та ала әсәләре.

- Улары бик хәтәр түгел әле, бына һунарсы бабай килеп сыҡһа,- тип хәүефләнә өләсәләре.

Малайҙарҙың бәхетенә, бер кемдә ҡыйырһытмай, һаман шулай уйнап-шаярып йәшәүҙәрен дауам итәләр.

Тик бер көндө һайыҫҡан шыҡырлағанын ишетеп, өлкән бурһыҡтар өңгә ялт итеп инеп ҡаса. Инһәләр, теге шаяндар күренмәй. Имән тирәләй йүгереп улдарын эҙләй башлайҙар. Юҡ тегеләр. Үлән аҫтарын, ағас тамырҙарын тентеп сығалар – юҡ ҡыналар ғына инде!

- Ах, балаҡайҙарым, харап булғандармы икән, ана бит, һайыҫҡан мылтыҡлы кеше килеүен хәбәр итә, - тип күҙ йәштәрен һөрттө инә бурһыҡ.

- Атҡан тауыш ишетелмәне, буҙлама алдан, - тип асыуланды аталары. – Табылырҙар.

Ә һайыҫҡан, шыҡырҙауына ҡарағанда, етеп тә килә. Теге әҙәмдең иң алдан еҫе килеп бәрелде, аяҡ тауышы ла яҡынайғандан-яҡыная. - Бөттөк, харап булдыҡ, - тип сеңләне инә бурһыҡ.

Шул саҡ геүләгән тауыш ишетелде. Һағыҙаҡтар.Үҙҙәре йәшәгән шарҙан туҙынып сыҡтылар ҙа тәмһеҙ еҫле һунарсы яғына гөжләп осоп киттеләр. Бер аҙҙан бығаса бер йәнлектән дә ишетелмәгән ауаздар урманды яңғыратты:

- Әләү-әләү, - тип шарылдаған тауыш ишетелде лә, ҡыҙыу-ҡыҙыу тупылдаған аяҡ тауыштары алыҫая барып, тынды.

Һағыҙаҡтар гөжләп кире осоп килде лә, бурһыҡтар өҫтөнән оса башланы.

- Рәхмәт, күршекәйҙәр, ярҙамығыҙ өсөн, - тип мырҡылдашты бурһыҡтар. – Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән.

Ул арала Аҡанай менән Күкәнәй ҙә йәшенгән ерҙәренән килеп сығып, илашып бөткән ололарҙан көлә башланы.

- Ниндәй тәрбиәһеҙ икән һеҙ-ҙ-ҙ, атай-әсәйегеҙҙе хәүефкә һалыуығыҙ-ҙ-ҙ етмәгән, уларҙы мыҫҡыл итәһегеҙ-ҙ-ҙ, - тип асыуланды шул саҡ Оло Һағыҙаҡ һәм ике яугиренә ымлауы булды, тегеләр малайҙарҙың томшоғон “сем” иттереп саҡты ла алды.

Хәҙер инде ике киҫекһеҙ әләүләшеп, өңгә инеп боҫто. Шул көндән аҡылға ултырҙылар ҙа үҙҙәре.

Күп һыуҙар аҡты, йәйҙәр-ҡыштар алмашты, әммә бурһыҡтар менән һағыҙаҡтар ғына түгел, ҡырмыҫҡалар һәм хатта өкө лә бер-береһен гел яҡлашып йәшәйҙәр, ти.