Jump to content

Күгәрсен(шиғыр). Кәтибә Кинйәбулатова

From Wikisource
Күгәрсен (Шиғыр)
автор Кәтибә Кинйәбулатова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Күгәрсен


 Гөрләй күгәрсен
 Тәҙрә башында,
 Ике балаһы
 Ҡанат аҫтында.
 Бына бер аҙҙан
 Улар үҫерҙәр,
 Болоттар аша
 Осоп үтерҙәр.


1996 йыл