Клоун. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Клоун


Уяндым.
Кейендем.
Барҙым әсәй янына,
Әсәйем саҡ ҡоламаны
Ҡарап минең яғыма.
Аптыраны.
Иҫе китте
Иҫең дә китерлек шул,
Ҡулда - балаҡ,
Аяҡта ең -
Ғәжәптәр итерлек шул:
Күлдәк кейгәс аҫ яғыма
Салбар кейгәс өҫ яғыма,
Туфлийымды ҡул суғыма,
Бейәләйҙе - аяғыма.
- Әсәй, - тинем,- әйҙә циркҡа,
Аптырап тормасы юҡҡа!
Мин - клоун!
Үәт!


2012