Jump to content

Киҫә елдәр. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Киҫә елдәр



Көҙгө елдәр,
Киҫә һуғыр елдәр
Өҙгөсләйҙәр һуңғы япраҡтарҙы,
Ҡыйығыма ятып ямғыр илай,
Һағындыртып йәйге һил саҡтарҙы.

Хаслыҡлы ла кеүек быйылғы көҙ,
Яһилланып бөгә йәш алманы,
Дөбөр-дөбөр... Күкте болот алған -
Әйтерһең дә сикһеҙ яу яланы.

Алмағасҡай!
Сабыр… сабырҙар бул!
Түҙ инде, түҙ, һынма – бөгөлһәң дә
Ел ыңғайға әле ятыу тейеш,
Турайырһың бер саҡ, йөгөнһәң дә…

Зилзәләләр ҡубып ҡоторғанда,
Ғәрлек түгел ел ыңғайға ятыу.
Нисек килһә, шулай тыныр дауыл,
Ҡыйын булмаҫ үҙ һыныңа ҡайтыу.

Текәлектең һиңә ни хәжәте!
Билен бирмәҫ һының шартлап һынһа,
Тамырҙарың менән аҡтарылһаң,
Олоноңа мәскәй ҡоҙғон ҡунһа?!

Көҙгө елдәр,
Киҫә һуғыр елдәр
Барлап-барлай баҡсам ағастарын.
Сабыр… Сабыр…
Әле ҡыштары бар…
Әле мең юғалтыр һуштарың бар…
Тик…
Онотмайыҡ алда яҙҙар барын
24 октябрь, 2012 йыл


2012

Гүзәл Ситдиҡова