Jump to content

Китап уҡыйбыҙ(шиғыр). Гүзәл Ғәлиева

From Wikisource
Китап уҡыйбыҙ (Шиғыр )
автор Гүзәл Ғәлиева
Ижад итеү ваҡыты: билдәһеҙ. Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" -1 синыф өсөн дәреслек./Өфө"Китап",1996 йыл


Китап уҡыйбыҙ


 Эй яратам әсәйемдең
Миңә китап уҡыуын.
Әкиәт тыңлай башлаһам,
 Кәрәкмәй хатта уйын.
Көн буйы ла тыңлар инем,
 Күп шул әсәйҙең эше.
Ниңә бәләкәйҙән алып
Уҡымай икән кеше?
Шуға тиҙерәк мәктәпкә
Барғым килә шул минең.
Үҙем уҡырға өйрәнһәм,
 Гел китап уҡыр инем!


1996 йыл