Киноға төшәм. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Киноға төшәм
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Киноға төшәм


Тиҙ-тиҙ генә, йылдам ғына
Минең ҙур үҫкем килә,
Башҡорт баһадиры булып
Киноға төшкөм килә.
Ә баһадир булыр өсөн
Кәрәк тиҙәр витамин,
Шуға күрә әсәйемдең
Кәңәштәрен тотам мин:
Кишер, һуған ултыртабыҙ
Борсағын, сөгөлдөрөн,
Әсәй шунан аш бешерһә
Ашайым һөйөндөрөп.
Баҡсабыҙҙа гөрләп үҫә
Ҡабағы, помидоры,
Алма менән һыйланабыҙ -
Һайлап алып иң ҙурын.
Һыйырыбыҙ ҡайта мөңрәп,
Ҡаршы алам көтөүҙән,
Ҡәнәғәтбеҙ - һөттө ҡаймаҡ
Ҡорот, ҡатыҡ итеүҙән.
Барыһы ла - витамин бит,
Көнләп-сәғәтләп үҫәм,
Башҡорт баһадиры булып
Мотлаҡ киноға төшәм!


2012