Кил яныма, бәхет серен асам

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Кил яныма, бәхет серен асам (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (49-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Кил яныма, бәхет серен асам


Кил һин миңә, яҡын дуҫым, бергә
Алып китәм һине серле илгә!
Ауыр булыр бит һуң һиңә, тимә,
Мин – сихырсы, тылсым серен беләм.

Беләм, һинең киләсәгең өсөн
Һуҡыр тингә тормай  әрнеүҙәрең,
Ҡиммәте юҡ, ышан, бер тинлек тә
Өҙгөләнеү, һыҡтау, рәнйештәрҙең.

Һин – уйынсыҡ ҡына яһил йәнгә,
Шатлыҡ таба бит ул һинең йәштән.
Ҡанһыраған йәнде аулау еңел,
Улар  өсөн әҙер йәлләү-йәтмә.

Кил яныма, бәхет  серен асам,
Күҙҙәремә тура ҡарар булһаң:
Рәнйештәрең ҡасыр, йөрәгеңә
Бар донъяға етер һөйөү тулһа,

«Мин бит – Кеше!»– тиеп, сал бөркөттәй
Тормош ҡаяһынан ҡарап торһаң,
Ҡояш кеүек ҡайнар бәхетеңдең
Эҫелеген түңелеңдә тойһаң…
Кил яныма, асам бәхет серен!



Иҫкәрмәләр


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg