Килер яҙҙар көҙҙә бөрөләнә. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search



* * *


(хәләлемә)
Һуҡмаҡтарға беҙҙең япраҡ яуҙы,
Үтеп бөттө йәйҙең эҫеһе,
Тандыр ғына көҙҙөң көндәре лә,
Ҡырау төшә - ҡыштың илсеһе.
Тандыр ғына хәҙер беҙҙең хистәр,
Өтөп бармай, бармай яндырып,
Сарсап-сарсап шишмә эҙләмәйбеҙ,
Сәсәмәйбеҙ һыуһын ҡандырып.
Күңелдәрҙә көҙгө баҫыуҙарҙың
Бушаныуҙан ҡалған киңлеге,
Уңыш биреп, ҡәнәғәтлек тойоп
Ял итергә ятҡан һиллеге.
Килер яҙҙар бында бөрөләнә:
Һөрөнтөләр - йәшел һипкелле,
Сабынлыҡта зөмрәт ҡурпы ҡалҡҡан -
Беҙ яңынан ғашиҡ шикелле...


2014