Кешеләр менән уртаҡ тел таба белә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Кешеләр менән уртаҡ тел таба белә
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: 2013. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Кешеләр менән уртаҡ тел таба белә // «Башҡортостан» гәзите, 2013, 9 ноябрь


Кешеләр менән уртаҡ тел таба белә[edit]

Алдынғы хеҙмәткәрҙәр тураһында һүҙ сыҡҡас, Яңауыл полиция бүлеге етәкселәре бер ниндәй икеләнеүһеҙ Динар Ғүмәровтың исемен атаны. “Бар яҡтан да өлгөлө, биш бала атаһы ла”, – тинеләр уның хаҡында.

Кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү, хеҙмәтләндергән биләмәләге төрлө хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булыу, тейешле иҫкәртеү саралары күреү – барыһын да еренә еткереп башҡара район милицияһының иң яҡшы участка уполномоченныйы.

Ҡаты итеп ҡул ҡыҫыуы, һалмаҡ хәрәкәттәре, үҙен тыныс, ышаныслы тотоуы менән мыҡты кәүҙәле полиция подполковнигы аралашыуҙың тәүге минуттарынан арбап алды. Донъяла үҙ урынын табып, көндәлек эшенән ҡәнәғәтлек тойоп йәшәүселәр беҙҙең арала күп. Тормош һәм хеҙмәт юлынан төплө аҙымдар менән атлап, бишенсе тиҫтәһен тултырып килгән Динар Риф улы – нәҡ шундай ир-уҙаман. Егерме йылдан ашыу ул эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. Яңауылдың 1-се мәктәбендә уҡығанда ла, өлгөргәнлек аттестаты алғас та, милицияға эшкә барам тигән хыялы булмай уның. Яҙмыш ҡушыуылыр, күрәһең...

Бар фәндәр буйынса ла яҡшы өлгәшкән, физкультура дәрестәренән ҡасып йөрөмәгән, тел һәм әҙәбиәтте яратҡан, иншаларын да маҡтағандар. Шулай ҙа Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетына бара егет. Бар ғүмерен ябай хеҙмәткә арнаған ата-әсәһе лә, үҙ өлгөһөндә һәм халҡыбыҙҙың холоҡ-ғәҙәттәренә, йолаларына таянып, төпсөк улдарын тормошта дөрөҫ юл һайларға һәләтле итеп үҫтергән. Шуға ла институттың беренсе курсынан һуң әрмегә алыныуын, шулай булырға тейеш, тип ҡабул итә комсомол Динар Ғүмәров.

Ул саҡтарҙағы законға ярашлы, хәрби кафедраһы булмаған юғары уҡыу йорттарының студент егеттәрен, йәше тулғас, ил алдындағы бурысты үтәргә саҡыралар ине. Тымыҡ океан флотының диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итеү еңелдән булмаһа ла, унда уҙған ике йыл менән әле лә ғорурлана бөгөнгө полиция подполковнигы.

Һәр егетте сыныҡтырып, ир ҡорона индергән әрме хеҙмәте уға ла күп нәмә биргән. Ил сиге һаҡсыһы, хәрби осоусы, десантсы булырға һәм диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итергә күптәр хыялланһа ла, уларға ентекле тикшереүҙән һуң, ышаныслылар һәм, китапса әйткәндә, тулыһынса сәләмәттәр генә саҡырыла ине. Хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдарына эшкә алғанда, халыҡ хужалығының күп тармаҡтарындағы етәксе вазифаларға тәғәйенләгәндә ошо яуаплы һәм етди хеҙмәттән ҡайтҡандарға өҫтөнлөк бирелеүе, әлбиттә, ул замандарҙа алмаш менән эшләүгә дөрөҫ ҡараш булғанын күрһәтә. Институтты уңышлы тамамлап, бергә уҡыған Бөрө һылыуы Рушания менән ғаилә ҡороп, Күсәкәй ауылында уҡытыусы булып матур ғына эшләп йөрөгән егетте юҡҡа ғына милицияға саҡырмағандар, әлбиттә.

– Был тәҡдим көтөлмәгәнерәк булды, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы Динар Риф улы. – Аҙыраҡ уйлағас, ҡатын, атай-әсәй һәм туғандар менән кәңәшләшкәс, ризалыҡ бирҙем. Уҡытыусы һөнәре лә оҡшай ине, шулай ҙа үҙемде яуаплыраҡ урында һынап ҡарарға теләнем. Бәлиғ булмағандар менән эшләү шул уҡ педагогик хеҙмәт бит, тип фекер йөрөттөм.

Үҙен яңы эшкә өйрәтеү өсөн күп көс һалған тәүге етәксеһе Сергей Перепечайҙы, Бөрө ҡала-район эске эштәр бүлегендәге күп хеҙмәттәштәрен йылы һүҙ менән йыш хәтеренә төшөрә полиция подполковнигы Ғүмәров. Утыҙҙан ашыу ауыл ингән биләмәгә милицияның участка инспекторы итеп ҡуйылыуы ла ҡапыл ғына булды һымаҡ. Ярай әле күп йылдар эшләгән хеҙмәттәштәре ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Тәбиғәттән бирелгән тырышлыҡ, атай-әсәйҙән күскән ыңғай сифаттар ҙа булышлыҡ иткәндер инде.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәрен тиҙ үҙләштерә йәш инспектор. Алдына ҡуйылған көндәлек бурысты тейешле кимәлдә атҡарыу, бигерәк тә документтарҙы дөрөҫ әҙерләү өсөн башта күп көс һалырға тура килә. Ваҡ тәртип боҙоуҙарҙы тикшереүҙән башлап, өс йыл арауығында үҙаллы енәйәт эштәре ҡуҙғатыуға, уларҙы процессуаль яҡтан дөрөҫ алып барыуға өйрәнә ул. Мәҫәлән, Динар Ғүмәровтың енәйәт урынын ентекле тикшереүе, бурҙар ҡалдырған бармаҡ эҙҙәрен табып, уларҙы тейешле рәүештә теркәп ҡуйыуы арҡаһында Березовка ауылы янында катер аккумуляторҙарын урлаусылар тиҙ арала фашлана. Бының өсөн бирелгән аҡсалата премия йәш милиционерҙы яңы уңыштарға дәртләндергән тәүге бүләк була. Бөгөн инде полиция подполковнигы иҫәбендә улар бихисап: “Өлгөлө хеҙмәт өсөн” миҙалының өс дәрәжәһенән башлап төрлө кимәлдәге етәкселектең күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙарына тиклем. Шулар араһында Динар Риф улы өсөн иң ҡәҙерлеһе – “Милицияның иң яҡшы участка уполномоченныйы” билдәһе.

1995 йылда тыуған Яңауылына ҡайта ул. Ике ауыл Советы биләмәһе ингән, оло нефть промыслаһы булған, район үҙәгенән иң алыҫта ятҡан участкаға инспектор итеп тәғәйенләнә һәм тиҫтә ярым йыл эшләй. Башҡа вазифаларға ла саҡыралар, етәксе булырға ла тәҡдим итәләр, әммә ул яратҡан эшен ҡалдырмай.

Ул осорҙа Рушанияһы менән мәктәп йәшенә етмәгән улдары Руслан һәм Рөстәмде етәкләп, ҡыҙҙары Айһылыуҙы күтәреп, Ямаҙы ауылына ваҡытлыса бирелгән торлаҡҡа килеп төпләнәләр. Унан һуң тормоштары яйланып китә. Ауырлыҡтар онотолған инде. Яҡшылары ғына иҫтә бөгөн: ҡайтыуҙарына өс йыл тигәндә ҡыҙҙары Азалия тыуа, тағы биш йылдан улдары Ратмир донъяға килә. 2004 йыл Ғүмәровтарға бигерәк тә иҫтәлекле була: шаулатып өй туйлап та өлгөрмәйҙәр, биш бала әсәһе Рушанияны баш ҡалаға саҡыралар. Башҡортостан Президенты ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы алып ҡайта ул Өфөнән.

Яңы эш урынын тиҙ үҙләштерә Динар Ғүмәров. Милицияның Бөрө эске эштәр бүлегендә алған тәүге сынығыуҙар, әлбиттә, ярҙам итә, шулай ҙа уңыштарының тос өлөшө – үҙ тырышлығының һөҙөмтәһе. Етәкселәренән бында ла уңа ул. Ике тиҫтә баштан ашыу колхоз малын урлаған енәйәтселәрҙе өс көн эсендә асыҡлаған оператив-эҙләү төркөмөндә Яңауыл эске эштәр бүлегенең ул ваҡыттағы начальнигы Әлфир Нурисламов ҡулы аҫтында тейешле сараларҙы еренә еткереп үтәй. Һанай китһәң, әле һыуынып та өлгөрмәгән эҙҙәр буйынса асылған төрлө енәйәт күп инде: нефть сығарыу объекттарынан кабель урлау осраҡтарын асыҡлау, Үрге Сат ауылы халҡына ҡаршы мутлыҡ эшләүсене фашлау, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә һәм рөхсәтһеҙ ҡорал һәм һуғыш припастары һаҡлауға кәртә ҡуйыу һәм башҡалар. Кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү, хеҙмәтләндергән биләмәләге төрлө хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булыу, тейешле иҫкәртеү саралары күреү – барыһын да еренә еткереп башҡара район милицияһының иң яҡшы участка уполномоченныйы.

Динар Ғүмәровтың бөгөнгө вазифаһы – административ күҙәтеү буйынса өлкән инспектор. Профилактик иҫәптә торған биш йөҙҙән ашыу кеше менән иҫкәртеү-тәрбиә эштәре алып барыуҙа ла һынатмай ул.


Ансар Нуретдинов.


Нефтекама ҡалаһы.

CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.