0%

Кескәй себеш(шиғыр). Айһылыу Йәғәфәрова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Кескәй себеш (Шиғыр)
автор Айһылыу Йәғәфәрова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Кескәй себеш


Сип-сип... Илап кескәй себеш
Әсәһен йөрөй эҙләп.
Ә әсәһе өндәшмәй ҙә,
Тора балаһын күҙләп.
Килеп сыбар тауығыма:
«Яуап бир инде»,— тинем.
«Ҡурҡаҡ булып,— ти ул миңә,
Үҫмәһен балам минең».
 


1996 йыл