Jump to content

Кем нимә ярата?(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Кем нимә ярата? ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Кем нимә ярата?


 Гөлфиә кәнфит ярата. Шуға күрә иртән торҙомо, әсәһен йөҙәтергә тотона:
— Берҙе генә бир әле...
һурып бөтһә, икенсеһен һорай:
— Тағы берҙе генә...
Теше һыҙлағанда, Гөлфиә тәмле-томлоно ҡабат ауыҙына ҡапмаҫҡа ант итһә лә, теш һыҙлауы баҫылғас та онота ла ҡуя.
Ә бер көндө ул ҡурсаҡтарын да һыйларға булды.
— Сәлимә, һин кәнфит яратаһыңмы? — тип һораны Гөлфиә һары сәсле, зәңгәр күҙле ҡурсағынан.
Сәлимә, керпектәрен селт-селт килтереп:
— Юҡ, — тине. — Мин күлдәгемде йыуып, үтекләп биреүеңде яратам. Ә, аяғымдан тотоп, иҙән буйлап өҫтөрәп йөрөүең оҡшамай.
Ҡурсаҡ, һүҙем бөттө тигәнде белдереп, күҙен йомдо.
Гөлфиә Айыуханға өндәште:
— һинең тәмле-татлыны яратыуыңды беләм. Кәнфит кәрәкме?
— Эй, һеңлем, — тине Айыухан, — ашай торғас, минең эсемдә бер мискә бал йыйылды. Көскә атлап йөрөйөм. Эс күпкән, йоҡлап та булмай. Тын ҡыҫыла. Юҡ, кәнфиттән туйҙым мин.
— Ә нимә яратаһың һуң?
— һинең менән йәй көнө урманға барып, ҡоштар һайрауын тыңларға яратам, Гөлфиә һеңлем.
— Әле ҡыш бит, йәйгә тиклем көтөргә кәрәк!
— Ҡыш буйы саңғы, сана шыуһаҡ, саф һауала йөрөһәк, йәйҙең килеп еткәне һиҙелмәй ҙә ҡалыр.
Инде кемде һыйларға икән, тип баш вата торғас, Гөлфиә үҙе йоҡлаған Карауатҡа бер аҙ кәнфит ҡуйҙы. Карауат ҡапыл телгә килде:
— Мин кәнфит яратмайым, — тине ул. — Шул шәрбәт нәмәне ашап тештәрен һыҙлатҡан балаларҙы ла енем һөймәй. Етмәһә, тештәре ауыртҡас, йоҡламайынса, төнө буйы илайҙар. — Гөлфиәнең ҡаушап ҡалғанын күргән Карауат дауам итте: — һин көндөҙ ҙә, төндә лә һәйбәт йоҡлайһың. Мин һине кәнфит бирмәһәң дә яратам.
Гөлфиә Карауатҡа һалған кәнфиттәрен кире йыйҙы ла уйынсыҡ сумкаһына тултырҙы.
Өйҙә тәм-том яратыусы булмағас, ул, сумкаһын алып, урамға сыҡты.
Ни күрһен: Аҡбай артҡы аяҡтарына баҫҡан да тегеләй ҙә, былай ҙа йөрөй.
Гөлфиә уға ауыҙын асып ҡарап торҙо ла:
— Ни эшләүең был, Аҡбай? — тип һораны.
Тегеһе йүгереүенән туҡтамай ғына яуап бирҙе:
— Физзарядка яһайым, әллә шуны ла белмәйһеңме?
Инде хәҙер тәкмәс атырға тотонған Аҡбайға Һүҙ ҡушырға йөрәге етмәйенсә, Гөлфиә өйгә кире инде. «Физзарядка яһағанда кеше кәнфит ашаймы ни?» — тип көлөр Аҡбай.
Ул сумкаһындағы кәнфиттәрҙе тиҙ-тиҙ генә һауытҡа бушатты. Әсәһе ҡунаҡтарҙы хуш еҫле сәй, матур ҡағыҙлы кәнфиттәр менән һыйлаһын әйҙә.

 


2009 йыл