Кем герой? Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Кем герой?


Беләһеңме, кем герой?
Герой – минең олатай.
Һуғыштан еңеп ҡайтҡанға
Бар ауыл шулай атай.

Беләһеңме, кем герой?
Герой – минең өләсәй.
Ауыл-ауыл бүләһе бар,
Ауыл-ауыл бүләсәр.

Ордендар һәм миҙалдар
Түребеҙҙә һаҡлана.
Олатай-өләсәйемә
Барыбыҙ ҙа һоҡлана.


2012