Кемдеке?Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Кемдеке?


"Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын," -
Тип йырлайбыҙ, аяғүрә баҫып,
Иҫкә алып милләт оранын.
Үҙебеҙ һуң - ҡылғаныбыҙ ниҙәр,
Урал бөгөн, әйтсе, кемдеке?
Төш күрәбеҙ, сая милләтбеҙ тип,
Төшкөнәбеҙ - үткән көндөкө!
Сая була аламы һуң бөгөн
Айный алмай ятҡан бахмурҙан,
Һатып алған дипломдарын болғап
Танытыусы үҙен "духтыр"ҙан?
Йәшәп ҡалайым тип бала тапмаҫ,
Тыуғанын да ҡарап үҫтермәҫ
Атай-әсәйме һуң Урал һаҡлар,
Төйлөгәндән затын типтермәҫ?!
Көнсөлөктән ҡара янып-көйөп
Милләттәшен һүҙгә батырған,
Аҡыл өйрәтеүҙән башы сыҡмай
Ғәмәл ҡылмаҫ ҡамыр батырҙар,
Бисә туҡмап ингән төрмәләргә,
Байыйым тип һатҡан самогон -
Шулармы һуң Уралҡайҙы ҡурсыр,
Килә түгелме һуң ҡара көн?!
Күкрәк һуғып, күкрәгебеҙ күм-күк -
Башҡорт, имеш, Урал бирмәгән,
Ә беҙ бөгөн - килмәй хәлдән тиеп
Инеп ятайыҡмы тирмәгә?
Йән аямай ирҙәр, ауыр тимәй,
Башын эймәй - мәлдә мән табып,
Түгеп ҡанын әсә сабый тапһа,
Әсә булыуынан йәм табып,
Зат ҡоротоп ситкә таралмаһаҡ,
Юлдаш итһәк аҡыл, иманды,
Төйәк булыр ҡанбабалар ере,
Һис бирмәбеҙ ситкә Уралды.


2013