Каруанһарай. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Каруанһарай[edit]

Башҡорт далалары буйлап еләм,

Төпкөл аңда һаҡлай уны иҫем,

Ырымбурҙан алып оҙата килә

Күҙ йәшенән әсе әрем еҫе.

Каруанһарай болдоронан тороп

Өҙөп алған инем бер ҡыяғын,

Йотолдо ла ҡала,

ҡолағыма

Ишетелде күмәк ат тояғы.

Ала кейеҙ кеүек ҡуй ҡаплаған,

Ҡара болот булып өйөр сапҡан

Далаларҙан әрем еҫе килә,

Елпенеп тә китә елән-сапан.

Далам минең, тиеп йырлай башҡорт,

Далам минең, тиеп илай башҡорт,

Хәҙер бында ҡала була, тиҙәр,

Табынырға яттар төҙөр таш йорт.

Тамғалайыҡ әле далабыҙҙы,

Күтәрәйек әле Каруанһарай,

Бауырҙаштар юлын онотмаһын,

Ҡиблаларҙай итеп, бында ҡарай.

Тамғаланған далаң, әй башҡортом,

Тарих-тәҡдир алған инде киҫеп.

...Ырымбурҙан алып оҙата килә

Күҙ йәшенән әсе әрем еҫе.