Jump to content

Йөрәк менән. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Йөрәк менән


Матурлығына ҡыҙығып
Өҙөп алдым бер сәскә,
Гәлсәр һауытта өс көнләп
Һаҡланды көскә-көскә.
Күбәләктең ҡанатына
Тейҙем таң ҡалыуымдан,
Ҡойолоп төштө биҙәге
Һаҡһыҙ ҡағылыуымдан
Аңлатты миңә тәбиғәт
Әрнеткес үрнәк менән ,
Матурлыҡҡа ҡағыл, тине,
Бары тик йөрәк менән


2013