0%

Йөрәккәйем һыймай күкрәгемә...Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Йөрәккәйем һыймай күкрәгемә... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 1979.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *



            ***
Йөрәккәйем һыймай күкрәгемә,
Шатлыҡтарым, гүйә, ағын һыу.
Ғәйепләмә, зинһар, һалҡын булһам-
Улай түгелдер ҙә һағыныу...

...Ә мин ҡайтам, һинең күҙҙәреңдә
Һөйөү ялҡындарын күрергә.
Эй, йөрәгем, нисек түҙә икән
Һинән алыҫтарҙа йөрөргә?