Көтмәгәндә бәлә төшкәс
Иңебеҙгә,
Әсәй менән тигеҙ бүлдек
Икебеҙгә.
Тигеҙҙер тип уйлағанмын
Үҙем генә.
Еңелерәк булған йөгөм
Бөгөн беләм.
Еңелерәк булған йөгөм,
Тик – бөгөлдөм,
Үҙ иңенә алды әсәй
Шул йөгөмдө.
Урттарымды йыртып сыҡҡан
Сабырлыҡты
Йолҡоп алып, сыҙамайса,
Ташҡа һуҡтым.
Таш сатнатып, ер түшен ул
Ярып үтте.
Әсәй генә, уртын ҡыҫып,
Ары китте.
Июнь, 1973