Jump to content

Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең...

From Wikisource
Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең... (Шиғыр)
автор Мостай Кәрим



Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең...


Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең.
Теләктәрең, эйе, хаҡ һымаҡ.
Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы
Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.


Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,
Бер саҡ килер үлем — ят ҡунаҡ.
Ауһам ине шул саҡ, бәйгеләрҙә
Йөрәге ярылып ауған ат һымаҡ.


1956