0%

Йәшелсәләр(йомаҡ). Башҡорт халыҡ ижады

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йәшелсәләр (йомаҡ)
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Йәшелсәләр


Бәләкәй генә йорт
Эсе тулы ҡорт.(ҡыяр)

Бабай ҡат-ҡат кейенгән,
Сисендерһәң, иларһың.(һуған)

Ите һимеҙ, майы юҡ,
Тиреһе ҡалын, йөнө юҡ.(шалҡан)

Түңәрәк тәнле,
Бал кеүек тәмле.(ҡарбуз)

Бер бөртөк ер аҫтына күмелде,
Көҙ етеүгә, балалары күренде.(картуф)
  
 


1988 йыл