Һуҡыр шәмле, телефонһыҙ
Ауылым әле иҫтә,
Беҙ офоҡҡа баға инек
Йондоҙ ҡабынған кистә.
Асырға тырыша инек
Сикһеҙ Ғаләмдең серен,
Әйтерһең, юлһыҙ төпкөлдә
Түгел йәшәгән ерең.
Хыялдарҙа - беҙ космонавт,
Беҙ геолог, беҙ ғалим...
Әкиәт тормошҡа аша
Тиеп ышанған мәлем.
Ауылға тәүге ут килгәс
Кәрәсин движогынан,
Гүйә ауылым өҫтөнә
Йондоҙҙар һипте Йыһан!
Тәҙрәләрҙән яҡты төшә
Сихырлап күҙҙең яуын;
Ябай ауыл түгел инде-
Беҙ электрлы ауыл!
Тимәк, тиҙҙән - коммунизм!
Тиҙҙән башланыр йәннәт,
Капитализм ҡолдарын
Йөрөгән булдыҡ йәлләп.
Ут килеүен килде лә ул,
Китте донъяның ҡото,
Совет власы плюс электр
Шиғарын убыр йотто.
Телефон бар, интернет бар,
Экранда һанһыҙ канал,
Машиналар - себен кеүек,
Музейҙа - арба-сана.
Ишек-ҡапҡалар йоҙаҡлы,
Йәшәйҙәр кисен сыҡмай.
...Әллә ҡайҙа коммунизм,
Капиталы ла йоҡмай.