Йәйҙәр ҡайҙа китә һуң? Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Йәйҙәр ҡайҙа китә һуң?[edit]

Йәй артынан китер инем,

Йәйҙәр ҡайҙа китә һуң?

Зөмрәт йәшел ҡырға ниңә

Үрттәр һалып китә һуң?

Яна тауҙар, яна урман,

Үрттәр ләүкей баҫыуҙа,

Ҡурҡыуҙарым-өркөүҙәрем

Шул ялҡынға баҫыуҙан...

Тик ялҡыны һалҡын икән -

Ипкендәре өшөттө,

Өшөттө лә, сәстәремә

Иртә ҡырау төшөрттө.

Ирей торған ҡырау түгел -

Аҡланманы көткәнем.

...Китер инем бергә, белһәм

Йәйҙәр ҡайҙа киткәнен.