Йәйғор төҫтәре. Ҡыҙыл. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡыҙыл


Бүлештек һеңлеләр менән
Дуғаларын йәйғорҙоң,
Ҡыҙыл төҫтө үҙем алдым,
Ҡыҙылдан тирмә ҡорҙом.
Ҡыҙыл еләк, бөрлөгәнде
Һалдым ҡыҙыл туҫтаҡҡа,
Ҡыҙыл рауза сәскәләрен
Мин ултырттым түр яҡҡа.
Ҡыҙыл ғына алмаларҙы
Теҙеп һалдым өҫтәлгә.
Ҡыҙыл сөгөлдөр орлоғон
Яҙ сәскәйнем түтәлгә.
Ҡыҙыл яҡут алҡа таҡтым,
Ҡыҙыл таҫма – сәсемдә.
Йәйғоромдоң ҡыҙыл нуры
Бар донъяма сәселгән.
Тик ҡыҙылды һис яратмай
Көтөүҙән ҡыҙыл үгеҙ,
Үҙен-үҙе белмәҫ икән,
Шыр алйот, кәкре мөгөҙ.
Алмаштырып ҡуйҙым әле
Тирмәмде аҡтан-аҡҡа.
Ҡурҡмайым хәҙер үгеҙҙән,
Килһә лә беҙҙең яҡҡа.


2012