Йәйғор төҫтәре. Күк. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Күк



Уралымдың күк һырттары,
Итәгендә күк сәскә,
Күк ҡыңғырау сәскәләре
Тирә-яҡҡа нур сәсә.
Күк төҫтә айыу баланы
Беҙҙең баҡсала бешә.
Күк күлдәгем, күк яулығым
Үҙемә бик килешә.


2012