Йәшел төҫтө оҙаҡ итеп Эҙләйһе түгел, Хатта ҡышын йәшел шыршы Биҙәй өй түрен. Ҡар иреп тә өлгөрмәҫтән Йәшәрә туғай, Ҡыу таяҡ та хатта яҙын Йәшәрә буғай. Ә ололар беҙгә әйтә: - Һеҙ әле йәшел. Ҡасан йәшел булмай кеше – Әйтегеҙ йәшен.