Йыһан ҡыҙы. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Йыһан ҡыҙы[edit]

1982 йылдың 20 авгусы. Космоста тағы нәфис зат - Светлана Савицкая.

Янып бөттө эңер уты,

Төнгө күк - ҡайнар ҡуҙлы,

Еҙ самауыр - тулған Айға

Күмер һала Ер ҡыҙы.


Самауырҙан бөркөп-бөркөп

Боҫорап болот ҡалҡты,

Ә һылыуҡай, сәсен үреп,

Көмөш сулпылар таҡты.


...Төш булһа ла өндәй күреп

Ышана яҙып ҡуям,

Йондоҙҙарҙа Ер ҡыҙының

Балҡып көлөүен тоям.


Ана, Йыһан киңлегендә

Ебәк сәсмәү - Ҡош юлы,

Сәселеп киткән сәсмәүҙән

Көмөш сулпылар, тулып.


Зөһрә-ҡыҙ ҙа һөйөнәлер

Әхирәт көтөп ерҙән.

...Ҡыҙҙар күбәйһә Йыһанда

Таҙарыр Ғаләм, һиҙәм.

1982