Jump to content

Йыназа. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource


ЙЫНАЗА


Йыназалар бер саҡта ла
Уйҙарға һалмай ҡалмай,
Кемдәрҙер түгелеп илай,
Кемдәрҙер эстән ҡарғай.
Бер кем дә ҡысҡырып әйтмәй
Мәрхүмдең шаҡшылығын,
Әйтергә ярай тиҙәр бит
Бары тик яҡшылығын,
Наркоман ҡатын ерләнә...
Ҡатып ҡалған әсәһе,
Янында өс сабый тора -
Алда ниҙәр кисәһе?!
Кескәйе һорай шул ваҡыт:
- Өләсәй, ул тормаҫмы,
Һинән эсергә таптырып
Юлдан кире бормаҫмы?
Беҙгә бысаҡ күтәрмәҫме,
Урам буйлап ҡыумаҫмы,
Аҡса, аҡса, аҡса, тиеп
Муйыныңдан быумаҫмы?
Юҡ, тигән яуап ишеткәс
Сәпәкәй итә бала,
Тугелеп илар урынға
Шатланып тороп ҡала...
Тәүбә, тәүбә...
Ярамай ҙа -
Күршеләр әйтә һүҙен:
Әсәһен дә, балаһын да
Ҡурсыны, тиҙәр, үлем


Араға ингән тилерткес
Ҡотора һаман, аҙа...
Юлатмаһын балаларҙы,
Илатмаһын әсәләрҙе -
Уға булһын йыназа!


2014