Jump to content

Йылан йылына рәхмәт. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Йылан йылына рәхмәт. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 30.12.2013.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Рәхмәт һиңә, үтеп киткән йылым!
Һин лайыҡһың көслө алҡышҡа,
Күпме ҡыуаныстар бүләк иттең,
Күңелемде кумдең балҡышҡа.

Рәхмәт һиңә, йәшел йылан йылы!
Күпме хаталарҙы төҙәттең.
Күкрәгемдә яңы көстәр тоям,
Тибештәре дәртле йөрәктең.

Рәхмәт һиңә, ун өсөнсө йылым!
Уңдырышлы булдың, табышлы.
Ошо сифаттарың булһын ине
Килер йылдарға ла йоғошло!