0%

Йыйылығыҙ, хөр иптәштәр. Дауыт Юлтый

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йыйылығыҙ, хөр иптәштәр (Шиғыр)
автор Дауыт Юлтый
Ижад итеү ваҡыты: 1909, Сорокин мәҙрәсәһе.


Йыйылығыҙ, хөр иптәштәр


Йыйылығыҙ, хөр иптәштәр,
Алда тора бик күп эштәр;
Бергәләшеп, күмәкләшеп,
Яһайыҡ мөһим кәңәштәр.

Ышанмайыҡ башҡаларға,
Алданмайыҡ аҡсаларға;
Беҙ торайыҡ халыҡ өсөн,
Ҡаршы туп, пуль атһалар ҙа.

Тотоп барыбыҙ бер юлды,
Диҡҡәтләп уңды һәм һулды,
Йүнәләйек аҡ юл менән
Тотошоп ҡулдарға ҡулды!


1909, Сорокин мәҙрәсәһе