0%

Йоҡла,балам,күҙ нурым(хикәйә). Розалиә Солтангәрәева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йоҡла,балам,күҙ нурым ( хикәйә )
автор Розалиә Солтангәрәева
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Йоҡла,балам,күҙ нурым


 Гөлшатҡа әсәһе бик матур ҡурсаҡ бүләк итте. Улар икәүләп «бәпес»кә елән менән камзул да тегеп кейҙерҙеләр.
Ҡурсаҡ менән уйнап туйғас, Гөлшат уны уйынсыҡ сәңгелдәккә йоҡларға һалды ла:
— Бишекте бәүеткәндә нимә тип йырларға һуң? — тип Һораны әсәһенән.
— Былай тип һамаҡларға кәрәк, ҡыҙым:
Йоҡла, йоҡла һин, балам,
Һине бишеккә һалам.
Татлы йоҡоға киткәнсе,
Үҙем яныңда булам.
Сеү-сеү инде, йоҡласы,
Мине эшһеҙ тотмасы.
Өйөм тулы мәшәҡәт,
Эшемде ҡалдырмасы.
Тағы ошолай тип тә һамаҡлайҙар:
 
Бәү-бәү, бауырым,
Йоҡла балам, күҙ нурым.
Кисен йоҡоң ҡала ла,
Илап үтә көндәрең. 
Гөлшат шунда уҡ әсәһенең һамаҡтарын ҡабатларға тотондо. «Бәпес»е йоҡлап та китте.

 


2006 йыл