Jump to content

Йортобоҙ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Йортобоҙ



Йортобоҙ - сигеүле ҡорған,
Тәҙрәнән ағылған нурҙар,
Иртәнге хуш еҫле сәйҙәр,
Намаҙлыҡ эленгән урҙам.
Йортобоҙ - йылмайған ҡараш,
Мөхәббәт һалынған бар аш,
Шатлыҡлы-әрнеүле хистәр,
Һәммәбеҙ йыйылған кистәр
Йортобоҙ - телефон зыңы ,
Ҡашмауым тәңкәһе сыңы,
Олатай ҡалдырған эйәр,
Боронғо ҡылыстың ҡыны.
Йортобоҙ - ейәндәр наҙы,
Ҡайтҡандай йәшлегем яҙы,
Улыбыҙ, ҡыҙыбыҙ йөҙө,
Йорт тотҡан хәләлем - үҙе.


2013