Йондоҙҙар атылғанда. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Йондоҙҙар атылғанда[edit]

:Кавказда һуғыштар барған мәлдә донъяға килгән ейәнсәрем Һәҙиәгә

Кемдәр генә өҙҙө икән

Күктәрҙең муйынсағын?

Өҙөлгән ептән йондоҙҙар

Ус-услап төшә ағып.

Упҡын өҫтөнә йондоҙҙар

Ҡойола-яуа ғына,

Ниндәй яуыз мәрйен ебен

Туҡтамай һауа ғына?!

Атыла йондоҙ,

атыла

Кемдеңдер ғәзиз улы.

Төпкөлдән килгән тамырҙар

Бөтөрмө шулай һулып?!

Әй әсәләр, беҙме түгел

Еп осон табыр йәндәр,

Мәрйендәрҙе сабыр ғына

Яңынан тағыр йәндәр?!

Әсә түле - йондоҙлоғо

Беҙҙең йөрәк аҫтында,

Береһе һүнһә, унды ҡабыҙ,

Дошман артыҡ ашҡынһа.

...Башҡорт тигән йондоҙлоҡҡа

Бер мәрйен таптым әле,

Аҡҡош мамыҡтары түшәп

Сәңгелдәк таҡтым әле.