Jump to content

Йондоҙҙар(шиғыр). Сафуан Әлибай

From Wikisource
Йондоҙҙар (Шиғыр)
автор Сафуан Әлибай
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Йондоҙҙар


Һәр көндө беҙ, эңер төшкәс,
Йондоҙҙарҙы һанайбыҙ,
Ҡайһыларын тиҙ табабыҙ,
Йәһәт кенә таныйбыҙ.
Ана тора Тимерғаҙыҡ
Әллә ҡайҙан беленгән,
Уға, көмөш сүмес итеп,
Ҙур Етегән эленгән.
Етегәнде ете әйтһәң,
Һауап була, тинек тә.
Кесеһен дә һанай-һанай
Күҙләп таба белдек тә!
Ай янында яҡты йондоҙ —
Зөһрә тора көлөп,
Беҙҙең ихлас күҙәткәнде
Ул һиҙеп тора кеүек.
Йондоҙҙарҙың була әле
Ҡыҫала тигәне лә,
Кәзәмөгөҙ, Тәкә, Балыҡ,
Ҡыҙ бала тигәне лә.
Ҡош юлы алтын таҫмалай
Ята әле баҙырап,—
Болотло көндәрҙә генә
Күктә йондоҙ аҙыраҡ.
Һәр көндө беҙ, эңер төшкәс,
Йондоҙҙарҙы һанайбыҙ,
Ҡайһыларын тиҙ табабыҙ,
Йәһәт кенә таныйбыҙ.
Белмәйем, ҡасан етербеҙ
Һандарҙың аҙағына?
Һанаған һайын — кәмемәй,
Йондоҙҙар арта ғына...

 


1996 йыл