Тәүге шиғырҙарымдан
Күл өҫтөнә әллә ҡояш ҡунған -
Ҡамаштыра күҙҙе күл-офоҡ,
Көпә-көндөҙ яна йондоҙ булып
Бәбәктәрен асҡан томбойоҡ.
Даръялары сикһеҙ Ғаләм буйлап
Мин кәмәлә йөҙәм - мөғжизә,
Бер эйелеп кенә йондоҙ өҙәм,
Ишкәк елпеп кенә күк гиҙәм!
Бейектәргә буйым етмәй икән
Ни зыяны, күңелем - күл генә,
Асмандарҙың ошо көҙгөлә лә
Балҡый алыуҙарын бел генә!