Jump to content

Йомашым

From Wikisource
Йомашым (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1978 йыл. Нәшер ителгән: “Совет Башҡортостаны” газетаһы, 13.12.1981 №287. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (91-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Йомашым


Әйтегеҙсе, тағы ниндәй ауыл
Гүзәлерәк беҙҙең Йомаштан?!
Үркәс тауҙар илен күрер өсөн
Ҡайтыр инем ҡасып ожмахтан.

Кәрәк түгел һис тә алтын һарай,
Йылы аҡ өйҙәрем булғанда.
Ниңә әле шомло тынлыҡ иле?
Рәхәтерәк ыҙғар буранда.

Ана, Йомашымды ҡурсаларға
Теҙелешеп килгән тауҙары,
Ҡулға тотоп талдар гөлләмәһен
Бик ашығып аҡҡан Һаҡмарым...

Серем иткән саҡта эшсән ауыл,
Яҙылдырып талған тәндәрен,
Төндөң ай-ҡәләме шиғыр яҙа,
Тоҡандырып йондоҙ-шәмдәрен:
“Әйтегеҙсе, тағы ниндәй ауыл
Гүзәлерәк беҙҙең Йомаштан?!
Үркәс тауҙар илен күрер өсөн
Ҡайтайыҡ беҙ ҡасып ожмахтан!
Ҡайтайыҡсы ҡасып ожмахтан.”



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.