100%

Иҫәр шар. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Иҫәр шар
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2009. Нәшер ителгән: 16.06.2010. Сығанаҡ: "Машина ниңә "дүрт-дүрт", ти? - Өфө, Китап, 2010 • Хикәйә


Әсәһе Асманға шар алып ҡайтты. Малай үҙе һорағайны. Малай шатлығынан ҡулдарын сәпәкәйләп ебәрҙе хатта.Шар шул тиклем матур, ҡып-ҡыҙыл ғына, үҙенә төрлө уйынсыҡтар төшөрөлгән. Бына хәҙер уны ҡулына тотоп, теге көндә күрше малай Бәхтийәр кеүек, урам буйлап йүгереп уҙыр, һикертер. Һыуға ла батырып ҡарар, уны бит батмай тиҙәр.

Шар менән бер үҙе генә уйнамаҫ инде, иң тәүҙә өләсәһенә тоттороп ҡарар. Өйҙәгеләр барыһы ла башта һәр нәмәне уға күрһәтә, һөйөнсө ала бит. Өләсәләре бик маҡтай, матур теләктәр әйтә:

-Ҡотло булһын, иҫән-һау шатлығын күрергә яҙһын, - ти. Уның был һүҙҙәренә:

-Шулай була күрһен, - тип яуаплайҙар.

Асман ишек алдында, сәскәләр араһындағы урындыҡта ултырған өләсәһе янына йүгереп килде. Тик өләсәһе тотоп өлгөрмәне – шар осто ла китте.Артынан йүгереп тә, ырғып та ҡаранылар, әммә бер кем дә өлгөмәне.

Барыһы ла көлөп ебәрҙе:

- Ул самолеттар янына осоп китте, - тиештеләр.

- Аллаға бүләк осорҙоң, - тине өләсәһе.

Асман һауаға күтәрелгән шарҙың йыраҡлашып, бәләкәсәйә барыуын оҙаҡ ҡарап торҙо ла, күҙҙән юғалғас, үҙенсә һығымта яһаны:

- Самолеттан тотоп алып, ергә төшөрөрҙәр әле.

Уның бик илағыһы килә ине. Тик өс йәше тулып барған ир кеше илап тормаҫ инде. Атаһы бит, ир кеше иламай, тип кенә тора. Өйгә инеп китеп барғанда шулай ҙа асыуы килеп :

- Иҫәр шар, - тине.



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.