Иң ҡыҫҡа төн. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

ИҢ ҠЫҪҠА ТӨН


Июнь ахыры - һаҡ йоҡоло,
Ваҡыт елә атҡан уҡтай,
Ә былбылдар һағыш түгеп
Бөгөн төндә гүйә һыҡтай,
Бөгөн төндә,
Өндә...

Иң ҡыҫҡа төн, 41-ҙә -
Күпмеләрҙең һуңғы төнө,
Мәңгелеккә юғалтыуҙар,
Һуңғы һулыш, һуңғы көнө.
Һуңғы һулыш.
Һуғыш.

Әйләндереп көндө төнгә,
Сигебеҙҙән дошман ингән,
Иң оҙон төн булған был көн,
Ҡара һөрөм ятҡан илгә.
Ҡара һөрөм.
Гөрөн*.

Миллиондар һалған башын,
Ҡыҙҙар ишһеҙ ҡалған тороп,
Яраласаҡ сабыйҙар ҙа
Һәләк булған, түлдә ҡороп
Һәләк булған.
Һул(ы)ған...

Иң ҡыҫҡа төн, ҡәһәрле төн,
Халыҡтарҙың аһы-зары,
Быуат кеүек оҙон йылдар,
Үтмәҫ кеүек минуттары
Үтмәҫ кеүек
Көйөк.

Наҡыҫ төнлө июнь айы...
Бөгөн тағы яуа туптар,
Ҡайҙан ғына атһалар ҙа
Йөрәгемә яуа уттар
Йөрәгемә
Генә.

Иң ҡыҫҡа төн...
Шундай оҙон...

*гөрөн - лавина

2014, 21-22 июнь төнө


2014


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.