Jump to content

Иң матур һүҙ(шиғыр).Н.Иҫәнбәт

From Wikisource
Иң матур һүҙ(шиғыр). Н.Иҫәнбәт (Шиғыр )
автор Н.Иҫәнбәт
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Иң матур һүҙ


 — һин яратҡан иң матур һүҙ —
 Ниндәй һүҙ, әйт, бәпәйем?
— Иң наҙлы һүҙ, иң яҡын һүҙ,
 Ул матур һүҙ — Әсәйем!
Бар тағы бер иң матур һүҙ:
— Уныһы нимә?
— Ул матур һүҙ,
Ул яҡын һүҙ — Атайым!
— Балаҡайым, йә әйт инде.
Тағы матур ниндәй һүҙ?
— Ул матур һүҙ — Илкәйем!
 Унда һин, мин — бөтәбеҙ ҙә,
Унда әсәй-атайым!


1996 йыл