0%

Иғтибарлы булыу-үҙе изгелек(хикәйә). Салауат Кәрим

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Иғтибарлы булыу-үҙе изгелек ( хикәйә )
автор Салауат Кәрим
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Иғтибарлы булыу-үҙе изгелек


 
 Руслан килеп ингәндә, Суфия әбей иҙән һепереп бөтөп кенә тора ине.
— Һаумы, инәй? — тип һаулашты Руслан.
— Ә-ә, Руслан улым, һауғынамы?
— Һәйбәт, инәй. Бына үҙем хәл белергә килдем. Хәлдәрең нисек, инәй?
— Ҡартайҙым, улым. Миңә иҙән һепереүе лә ауыр хәҙер. Әйҙә, түрҙән уҙ. Сәй эсеп алырбыҙ.
Сәй эскәндә Суфия әбей үҙенең бала сағын һөйләне. Русландың уҡыуын һорашты, каникулда ни эшләүен белеште.
Ултыра торғас:
— Рәхмәт, улым, изгелегең өсөн, — тип әйтте.
Руслан аптырап китте лә һораны:
— Инәй, ни өсөн рәхмәт әйтәһең? Мин бер нәмә лә эшләмәнем бит.
— Эй, улым, ололарҙың хәлен белешеү — үҙе изге эш ул, — тине инәй.


2006 йыл