Тормошта етеш һәм дөрөҫ йәшәү осон мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптар, эштәр була. Ләкин эшләргә теләмәгән эштәр ҙә осрап ҡуя. Ә һин үҙеңде эшләргә күндер, эстән генә үҙ-үҙеңә эшләргә бойороҡ бир. Мәҫәлән, кистән аяҡ кейемеңде таҙартып ҡуйыу, иҙәнде йыуып алыу, китапхананан алған китапты ваҡытында илтеп биреү кеүек эштәрҙе эшләй алаһың.
Мотлаҡ бөгөн башҡарырға тейешле эштәреңде үтәргә өйрән. Шулай итеп үҙеңдә ихтыяр көсө тәрбиәләрһең. Теләгән эштәреңде генә башҡарырға күнекһәң, ә мотлаҡ үтәлергә тейештәрен, йәғни теләмәгәндәреңде, эшләмәй ҡалдыра килһәң, уларҙы кем эшләр? Улар бит үҙең өсөн кәрәк. Тейешле эштәреңде үтәмәйһең икән, улар көндән-көн күбәйә. Бына шулай итеп ялҡаулыҡ, яуапһыҙлыҡ барлыҡҡа килә.
Ялҡау, ғаиләһе алдында яуаплылыҡ тоймаған атай ысын ғаилә башлығы була алмай. Шуға күрә үҙеңә талапсан булырға кәрәк. Ихтыяр көсөнә эйә булғандар ғына үҙ маҡсатына ирешә.