Ир һәм ҡатын. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


   

Әрнеүҙәре күктең яман,

Гүйә яуға киткән сиған*

Ут-ҡамсыһын яра тартып

Ер-ҡатынын ҡайыҙланы.

Дер һелкенә Елмерҙәккәй, **

Үкһеп илай тау үҙәккәй,

Айырылғанда нәҡ әҙәмсә

Миҙгелдәрҙең ҡайғырғаны.


Йәшен ҡайта.
Күктең кәре

Китер хәҙер гел тиҫкәре,

Һуңғы туйы әммә хәтәр -

Телгеләнә ер күлдәге.

...Тынысланыр буҫыҡҡан ер,

Тағы яҙҙы көтөр сабыр,

Төштәрендә, ғәжәп, һағыныр

Ҡамсыланған һәр бер мәлен.

*Сиғандар һуғышҡа киткәндә ҡатынын ҡамсыламаһа, имеш, әйләнеп ҡайта алмай.

**Елмерҙәк - Көньяҡ Уралдағы иң оҙон арҡа - шоферҙарҙың әсе теле менән «тещин язык» булып китте.


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.