Ир ғүмере. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ир ғүмере


Хәләлемә
Ир ғүмере - ике илле,
Береһе - шәкәр, береһе - бикәр,
Ирмен тиеп йәшәү шулдыр -
Ил алдында бурыс үтәү.
Һинең ғүмер - данлы хеҙмәт,
Ватан тиеп янып-көйөү,
Игелектәр ҡылып йәшәү,
Кешелеккә изге һөйөү.
Гел шәкәрҙән тормай яҙмыш,
Өлөш барҙыр аласаҡҡа,
Бәлә-ҡаза аҙашһын да
Тороп ҡалһын ҡаласаҡҡа.
Ҡартлыҡ һине эҙләп сыҡһа,
Табалмаһын, бикәр булһын,
Ир ғүмере - ике илле,
Икеһе лә шәкәр булһын.


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.