Инәйҙәр. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Инәйҙәр


Инәйҙәр
Әберкәле күлдәк, бәрхәт камзул,
Ап-аҡ ойоҡ, кизе яулыҡтар,
Аҙымдары еңел, танып киләм,
Инәкәйҙәр – беҙҙең халыҡтан.
Ҡараштары сабыр, һөймәлекле,
Көлөүҙәре шундай яғымлы,
Ябайыраҡ кеүек, алсағыраҡ
Инәйҙәре тыуған яғымдың.
Иңдәренә һуғыш йөгөн һалған,
Көндәренә йылдар тиңләйҙәр.
Ә зарҙарын беҙ ишеттек һирәк.
Инәкәйҙәр, түҙем инәйҙәр.
Атын еккән, иген иккән улар,
Шәл бәйләгән, киндер иләгән.
Ҡулдарынан ниндәй эш килмәйҙер!
Инәкәйҙәр – уңған инәйҙәр.
Тәмле ашы, тәмле һүҙе менән
Ҡаршы алыр: Әйҙүк, ин әйҙә!
Һорап алмаҫ, әммә һораттырмай
Һуңғы телемдәрен бирерҙәр
Инәкәйҙәр – беҙҙең инәйҙәр.
Һеҙ лайыҡлы ине мул тормошҡа,
Ә ул муллыҡ китте эт-ҡошҡа,
Тик шунда ла һис зар түкмәйһегеҙ
Хеҙмәтебеҙ китте, тип, бушҡа.
Рәнйеһәгеҙ, төшөр рәнйешегеҙ,
Ҡарғаһағыҙ, төшөр ҡарғыштар,
Тик һаман да сабыр итәһегеҙ,
Шөкөр итәһегеҙ яҙмышҡа.
Шөкөр итеү менән бәхетле һеҙ,
Алтынығыҙ – бары сабырлыҡ,
Эй байһығыҙ ошо алтындарға –
Юлығыҙға түшәп һалырлыҡ.
Әлдә Хоҙай һеҙгә түҙем биргән,
Йәшәй беләһегеҙ алғышлап.
… Рәнйеһәгеҙ – төшөр рәнйешегеҙ,
Ҡарғаһағыҙ – төшөр ҡарғыштар.
Хаҡығыҙ бар…


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.