Jump to content

Инша. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Инша



 
Бөгөн йәкшәмбе көнө,
Ағайым өйҙә - мин шат.
Теҙеп ултыртып ҡуйып
Яҙҙыра беҙҙән инша:
«Ҡышын саңғыға баҫып.
Ҡуш көбәк мылтыҡ аҫып,
Сығып китәм һунарға,
Бәхетемде һынарға.
Бер саҡ ҡуян тап иттем,
Аттым уға «шап» итеп,
Алып ҡайтҡас өйөмә
Эй ҡустылар һөйөнә»
Инша шәп була беҙҙең,
Ошо юлдарҙы теҙҙем:
«Ағай мылтыҡҡа баҫып,
Ҡуш саңғы көбәк аҫып,
Һунарға сығып китә,
Ҡуянда урман көтә.
Бер көн уға тап булған
Урманда өлкән ҡуян,
Ағайға төбәп атҡан,
Тегеһе тороп сапҡан,
Ҡайтып киткәс өйөнә
Эй ҡуяндар һөйөнә».
Бутап бөтөрҙөм буғай,
Яңынан яҙам былай:
«Ағай урманға баҫып,
Ҡуш мылтыҡ бәхет аҫып,
Һунарға сығып китә,
Ҡуянда көбәк көтә.
Саңғыһын төбәп ата,
Мылтығын һөйрәп ҡайта,
Ҡуян ҡала өйөндә,
Эй ағайым һөйөнә».
Бына быныһы ярай!
Уҡып сыҡты ла ағай
Сәпәп ҡуйҙы «икеле».
...Насар яҙҙым шикелле.
 


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.