100%

Инсафлыҡ. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Инсафлыҡ
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Инсафлыҡ


Арғымаҡ алыҫ йөрөмәҫ, арыған һайын,
Йыуан ағас кәмейҙер, ярған һайын.
Тамағынан ҡыҙғанһаң артҡан нарҙың211,
Иңсәһе түбән төшәр барған һайын.
Дана булһаң, файҙа ҡыл үҙ башыңа,
Шунан һуң — ҡашыңдағы юлдашыңа.
Юлы бергә юлдашҡа ҡарамаһаң,
Кәрәк көндә юламаҫ ул ҡашыңа.
Онотма әҙәмлекте булғандан һуң, —
Балҡыйҙыр айҙың нуры тулғандан һуң.
Асыу бысаҡ булғанда, аҡыл — таяк,
Кәмейҙер шул таяғың юнғандан һуң.
Ҡунаҡ килһә өйөңә, хөрмәтләп ал,
Күңелен уның ҡалдырма — хаҡтан оял.
Бәлә китеп, ҡунаҡ менән рәхмәт килер —
Риза ҡылып, һәр кемдең рәхмәтен ал...
Һәр кемдән алҡыш алһаң, күп йәшәрһең,
Дәүләт бөтһә, әлбиттә, бер ташарһың.
Әҙәми зат ни ҡылһа ла — үҙе өҫөн,
Яманлыҡ ҡылһаң, ахыры бер сәсәрһең.
Был донъяла була алмаҫ мәнһеҙ кеше:
Ни асыҡ, ни йәшерен булыр эше.
Берәүҙең йогон берәү тарта алмаҫ,
Үҙ язаһын үҙе тарта һәр бер кеше.
Кәмһетмә бер күреүҙен һис кем булын,
Үҙ балаңдан ят күрмә яттың улын.
Бер Алланан башҡаға булыр хата —
Бер хата осон кәмһетмә ирҙең ҡонон.
Бер күреүҙә белмәҫһең ирҙең серен,
Мәғрифәт юлында һал күҙҙең ҡырын.
Күпме өгөт әйтһәң дә наҙанға һин,
Фекерләп, ысынға алмаҫ меңдән берен.
Ҡай дана эстә серен һаҡлай бирер,
Ҡай әҙәм һөйгән эшен маҡтай бирер.
Наҙанға күпме нәсихәт ҡылһаң да,
Урлыҡ ҡылып, донъя гиҙеп атлай бирер.
Ҡулындағы булғаныңа ҡәнәғәт ҡыл,
Бил һындырып, байҙарҙан һорай күрмә.
Намыҫынды ҡалдырма, малға ҡарап,
Шөкөрлөктө ташлама, барға ҡарап.
Тәүбә, тәүфиҡ билгеһе — ҡәнәғәтлек,
Ғәмәлһеҙ була күрмә, малға ҡарап.